Толпар Аҡбуҙат – пар ҡанатлы ат, Осоп кил яныма, баҫ hин ҡаршыма. Мине алып бар Ҡафтау артына, Алтын hарайҙағы Һылыу янына. Мине алып бар Ҡафтау артына, Алтын hарайҙағы Һылыу янына. Диңгеҙҙәр hәм тауҙар аша, йылғалар hәм йылдар аша Алып бар, дуҫҡай, hин мине йәшлек саҡтарға. Һин бит, дуҫым, Аҡбуҙатым – көмөш тояҡ, алтын ялым, Мин дә hиңә ҡул hуҙармын ауыр саҡтарҙа.
Өндәште шул саҡ миңә Аҡбуҙат Елем бүләк итте, иңемә ҡанат. Мин hәр саҡ әҙер, ҡояшҡа ҡәҙәр Алып барып етәм, hин ҡушhаң әгәр. Мин hәр саҡ әҙер, ҡояшҡа ҡәҙәр Алып барып етәм, hин ҡушhаң әгәр. Юҡ, кәрәкмәй, Аҡбуҙатым - көмөш тояҡ, алтын ялым, Алып барма йондоҙҙарға, Ай, болоттарға. Диңгеҙҙәр hәм тауҙар аша, йылғалар hәм йылдар аша Алып бар, дуҫкай, hин мине йәшлек саҡтарға. Юҡ, кәрәкмәй, Аҡбуҙатым - көмөш тояҡ, алтын ялым, Алып барма йондоҙҙарға, Ай, болоттарға. Диңгеҙҙәр hәм тауҙар аша, йылғалар hәм йылдар аша Алып бар, дуҫкай, hин мине йәшлек саҡтарға.