Ural Vasyaty

Lyrics: Рамазанов Ринат Загирович/Кильдина Диана Хуснулхаковна Music: Рамазанов Ринат Загирович/Шайхитдинов Руслан Рамильевич Борон-борон-борондан Башлана шул васыят Урал батыр ҡалдырған Йолаларҙың асылы Килә торор халыҡҡа Яуызлыҡ гел яу булып Һәәәәй Ябырылыр дау булып Ирмен, тигән ир-батыр Шып-шым ҡарап торормо?! Яуызлыҡҡа баш эйеп Ҡолдай ярап торормо?! Яҡшылыҡҡа - яҡшылыҡ Ҡыла торған йола бар! Яуызлыҡҡа - ҡаршы яу Сыға торған йола бар! Борон-борон-борондан Башлана шул васыят Урал батыр ҡалдырған Йолаларҙың асылы Килә торор халыҡҡа Яуызлыҡ гел яу булып Һәәәәй Ябырылыр дау булып Ерем-халҡыма бөрктөм Йәншишмәнең бар һыуын Ҡанда - мәңгелек тамсыһы Белһен шуны hәр быуын! Бик борондан hәp батыр Иле өсөн яратыр Ныҡ тотор ул йоланы Халҡы өсөн йән атыр Йәншишмәнең һыу юлын Һеҙгә әйтеп ҡалдырам Уның юлы - яратыу Уның юлы - тоғролоҡ Яратыу үҙ халҡыңды Яратыу үҙ телеңде Тоғролоҡ үҙ илеңә Тоғролоҡ үҙ динеңә Борон-борон-борондан Башлана шул васыят Урал батыр ҡалдырған Йолаларҙың асылы Килә торор халыҡҡа Яуызлыҡ гел яу булып Һәәәәй Ябырылыр дау булып Борон-борон-борондан Башлана шул васыят Урал батыр ҡалдырған Йолаларҙың асылы Борон-борон-борондан Башлана шул васыят Урал батыр ҡалдырған Йолаларҙың асылы